Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54 ↓

EUR 89.25 ↑

16 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Кадрҙар проекты еңеүсеһе Башҡортостандың Транспорт министрлығында етәксе вазифаһына тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 17 ноябрҙә Айрат Сабировты транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, Айрат Сабиров 1984 йылда Благовещенда тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Өфө тепловоз ремонтлау заводы»нда инженер булып башлай, артабан цех начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй.

«Башминералресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының логистика буйынса урынбаҫары вазифаһынан дәүләт хеҙмәтенә күсте.

«Башкортостан лидерҙары» кадрҙар проекты еңеүсеһе.

Министрҙың яңы урынбаҫары Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында Башҡортостан биләмәһендә тимер юл, эске һыу һәм һауа транспорты эшен ойоштороу өсөн яуаплы.  

https://www.bashinform.ru/news/1522788-na-rukovodyashchuyu-dolzhnost-v-mintranse-bashkirii-naznachen-pobeditel-kadrovogo-proekta/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть