Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Тәүлек эсендә +121: республикала COVID-19 йоҡтороу буйынса антирекорд ҡуйылды

Йәмғиәт

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороу буйынса яңы антирекорд ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Бер тәүлектә сирлеләр 121-гә артып, 12 565-кә етте.

Бынан тыш, республикала COVID-19-ҙан сираттағы, 69-сы лем осрағы теркәлде.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, коронавирус инфекцияһының яңы ҡорбаны – Өфөнән йөрәктең ишемия ауырыуынан, йөрәк хәлһеҙлегенән һәм  атеросклероздан яфаланған 73 йәшлек ир.

Хәҙерге ваҡытта республика стационарҙарында диагнозы раҫланған 317 пациент дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә.

Амбулатор шарттарҙа – 1025 кеше.

Уҙған тәүлектә – 44, пандемия иғлан ителгәндән бирле бөтәһе 11154 кеше дауаханан сығарылған, тип өҫтәнеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/1522527-121-za-sutki-v-bashkirii-ustanovlen-antirekord-po-chislu-zabolevshikh-covid-19/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть