Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ҡаҙ өмәләре башланды

Йәмғиәт

Башҡортостан райондарында ҡаҙ өмәләре башланды. Ауыл халҡы ҡош-ҡорт һуя, мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй.

«Әгәр элекке йылдарҙа ҡаҙ өмәһен декабрҙә көслө һалҡындар башланғас билдәләһәләр, быйыл иһә ҡош киҙеүе янауы сәбәпле иртәрәк башланылар. Был ауылдарыбыҙға хәүефле вирустың үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер», —  тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республиканың ветеринария хеҙмәтендә «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй: 8 800 775 58 28, ҡош-ҡорт ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта ошо номерға шылтыратып, консультация алырға мөмкин.

«Уҙған ял көндәрендә Дүртөйлө районы Урманаҫты ауылы халҡы күмәкләп ҡаҙ өмәһе ойошторҙо. Бында боронғо йолалар һаман йәшәп килә: ҡаҙ ите, мендәр өсөн мамыҡ әҙерләү бик күңелле: йыр-моң, бейеү һәм һый-ниғмәттәр менән уҙғарыла», — тип өҫтәне Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
https://www.bashinform.ru/news/1522350-v-bashkirii-nachalis-traditsionnye-kaz-omekhe/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Ҡаҙ өмәһе
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть