Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Бикбай уҡыуҙары»на ғаризалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт

10 декабрҙә Р. Т. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында онлайн форматта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы була.

Конференцияла республиканың һәм Рәсәйҙең дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, шулай уҡ һөнәри, юғары белем биреү ойошмалары студенттары, уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Ғаризалар һәм эштәр 9 ноябрҙән 3 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конференцияла Рауил Бикбаевтың тормошо, ижады, эшмәкәрлеге тураһында эссе һәм Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер номинациялары буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған ижади эштәр ҡатнаша.

Конференцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берекмәһе, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы. Сараның маҡсаты – уҡыусыларҙың ижади потенциалын асыҡлау, уларҙы Р. Т. Бикбаевтың ижади мираҫына ылыҡтырыу.

https://www.bashinform.ru/news/1522339-v-ufe-idet-priem-zayavok-na-bikbaevskie-chteniya/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть