Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы башланды

Мәҙәниәт

«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы башланды. Конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы. Маҡсаты – технологиялар һәм интернет заманында туған (башҡорт) телде өйрәнеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Бүләк фонды:

1-се урын — Apple iPhone 11

2-се урын — Ноутбук

3-сө урын — Планшет.

Тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор. Тамашасылар һөйөүе призы социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнә.

Социаль ролик авторҙары видеоматериалдарҙа авторлыҡ титрҙарын күрһәтергә тейеш. Реклама материалдарын файҙаланыу тыйыла. 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк.

Социаль ведороликтарҙың миҫалдары: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8.

Ҡатнашыу өсөн:

[email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә,

— хаттың темаһына «Конкурсҡа эш» тип яҙырға һәм исем-шәрифте күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садиҡов А.

Беҙҙең социаль селтәрҙәр:

1. Бәйләнештә: https://vk.com/bash_fond  

2. Инстаграм: https://www.instagram.com/bash_fond

https://www.bashinform.ru/news/1521950-startoval-konkurs-sotsialnykh-videorolikov-novyy-vzglyad-na-bashkirskiy-yazyk/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть