Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала Башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

Мәҙәниәт

Башҡортостанда башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Проект тәүгә ойошторола. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при өсөн 300 мең һум тапшырыла.

Сара этапта үткәрелә: ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау — 1-5 декабрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».

Ғаризалар «Башҡорт милли кейеме 2020» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.

Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.  

https://www.bashinform.ru/news/1517679-v-bashkortostane-proydet-mezhdunarodnyy-konkurs-masterov-bashkirskogo-natsionalnogo-kostyuma/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть