Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Фәниҙә Исхаҡованың «Асманға ашыу» романы «ЭКСМО» нәшриәтендә донъя күрҙе

Мәҙәниәт

АҠШ-та йәшәгән яҙыусы-фантаст Фәниҙә Исхаҡованың «Асманға ашыу» романы Рәсәйҙең «ЭКСМО» нәшриәтендә рус телендә донъя күрҙе. Башҡорт телендә иһә роман-баллада быйыл «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты.

Романдың сюжеты ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә ҡоролған. Китапта һүҙ төрлө ил вәкилдәренең яҙмышы тураһында бара. Бер-береһе өсөн яратылған мәңгелек йәндәр төрлө ваҡытта тыуа һәм мотлаҡ осрашырға тейеш.

Донъя әҙәбиәтендә ныҡ үҫешкән йүнәлештәрҙең береһе булһа ла, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә фантастик әҫәрҙәр аҙ. Фәниҙә Исхаҡованың фантастик әҫәрҙәре күпмелер кимәлдә ошо бушлыҡты тултыра, тип яҙа уның ижадын өйрәнеүселәр. Фәниҙә Исхаҡованың ғилми фантастикаһы башлыса ХХ быуат уртаһында тәҡдим ителгән фәнни гипотезаларға нигеҙләнә. Уның «Кеше-күсермә» романы, «Бүрегә һунар» хикәйәһе һәм башҡа әҫәрҙәре күптән китап уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/1517239-roman-fanidy-iskhakovoy-prikosnovenie-k-rayu-opublikovan-v-izdatelstve-eksmo/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть