Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу ойошторола

Мәҙәниәт

7 ноябрҙә Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу ойошторола. Был юлы Өфөнән һәм Өфө районынан, шулай уҡ Благовар, Кушнаренко, Нуриман, Благовещен, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Шишмә райондарынан ҡыҙҙар саҡырыла.

Республика халыҡ ижады үҙәгендә конкурста ҡатнашыусыларға талаптар иғлан ителде:

— буй-һын 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ;

— 16 йәштән 25 йәшкә тиклем;

— башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белеү;

— башҡорт телендә һөйләшеү;

— тәбиғи матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк, зифа буй-һын;

— сәхнә мәҙәниәте.

Һайлап алыуҙа ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырырға, ижади номер (бейеү, йыр, нәфис һүҙ), дефиле күрһәтергә кәрәк.

Шул уҡ көндә Республика этабы уҙғарыла һәм конкурстың гала-финалында ҡатнашыусылар билдәләнә.

Икенсе этапҡа республиканың зональ һайлап алыу этаптарында Гран-при һәм беренсе урын алған ҡыҙҙар, Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар: Эльвина Әхмәтова, Гөлфиә Миңлеғолова, Айгүзәл Исхаҡова, Диана Ғилфанова, Юлиә Абайдуллина, Эльмира Муллабаева, Динә Абдуллина, Айгөл Әҙелкирәева, Наҙгөл Ғәлиуллина, Зарина Вәлиева, Гөлшат Әхмәҙиева, Ләйсән Шөғәйепова, Эльвина Семёнова, Шәүрә Яхина, Зөһрә Хайсарова, Элина Ибраһимова, Карина Йәрмиева, Дилә Вәлиева, Алһыу Зәйҙуллина һәм Бәләбәй, Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Өфө зональ кастингы йомғаҡтары буйынса Гран-при, беренсе урын яулағандар саҡырыла.  

https://www.bashinform.ru/news/1516392-kasting-vserossiyskogo-konkursa-bashkirskikh-krasavits-khylyukay-2020-proydet-v-ufe/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть