Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54

EUR 89.25

18 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан прокуратураһы Ҡужан ҡарағастарына зыян килтереү эшен тикшерә

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда прокуратура Әбйәлил районындағы 11 ҡарағасты бысып китеү тураһында эште тикшерә. Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры үҙенсәлекле ағастарға зыян килтереүҙең хәл-шарттарын тикшереүҙе контролдә тота.

Бынан алда «Башинформ» билдәһеҙ кешеләрҙең Башҡортостандың Әбйәлил районы Ҡужан ауылы янындағы уникаль ҡарағастарҙы бензопила менән ҡырҡыуҙарын хәбәр иткәйне. Ағастарҙың ҡабығы зыян күргән. Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә булған 11 ағас һәләк ителә яҙған. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, ҡарағастарҙың йәше – 400 йыл тирәһе.

Ошо 11 өлпәк ҡарағасты ҡотҡарыу өсөн аҡса бүленә, тип хәбәр итте Әбйәлил районы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.

Әле полиция бысҡы менән үҙенсәлекле ҡарағастарҙы ҡырҡҡан ғәйеплеләрҙе эҙләй.

https://www.bashinform.ru/news/1516336-prokuratura-bashkirii-rassleduet-obstoyatelstva-povrezhdeniya-kuzhanovskikh-listvennits/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть