Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.81 ↑

EUR 89.89 ↑

25 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йыл башынан 23 меңдән ашыу кеше дауахананан тыш пневмония менән ауырыған

Йәмғиәт

Башҡортостанда ағымдағы йылдың туғыҙ айында 23 112 кеше пневмония менән ауырыған, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа 16 939 пневмония осрағы теркәлгән. Үҫеш 35% тәшкил иткән.

Һуңғы көндәрҙә республикала бик күп дауахананан тыш пневмония асыҡлана. Уҙған тәүлектә генә 288 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.

Бынан алда «Башинформ» үткән йыл менән сағыштырғанда үпкә шешеүҙән вафат булыу осраҡтарының да артыуын хәбәр иткәйне.

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда 1505 кеше дауахананан тыш пневмониянан донъя ҡуйған, 2019 йылда ғинуарҙан октябргә тиклем вафат булғандар ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ — 860.

https://www.bashinform.ru/news/1515135-v-bashkirii-s-nachala-goda-vnebolnichnoy-pnevmoniey-pereboleli-svyshe-23-tysyach-chelovek-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: пневмония
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть