Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

Өфөлә 89-сы йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Байыҡ» телепроектының алыштырғыһыҙ жюри рәйесе Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте. Артистың хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, ул пневмония менән сирләп дауаханала ятҡан.  

Ратмир Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Мәсетле районында тыуған. Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, халыҡтың бейеү традицияларын һаҡлаусы, башҡорт хореография бейеүенә нигеҙ һалған артистарҙың береһе. Тап ул хәҙерге көндә лә данлы Ф.Ғәскәров исемендәге ансамблдең визит карточкаһы булып торған байтаҡ бейеү образдарын тыуҙырған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда Ратмир Сәрүәр улы ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты (З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) проректоры булып эшләй. 1986-2001 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш администраторы була.  

Ҙур артислыҡ һәләте уға сәхнәлә теләһә ниндәй персонаждарҙы еңел генә уйнарға мөмкинлек бирҙе. Ратмир Сәрүәр улы башҡарыуындағы һәр бейеү тамашасылар йотлоғоп күҙәткән өс минутлыҡ спектаклгә әүерелә ине. Уның сәнғәте төрлө илдәргә һәм халыҡтарға аңлайышлы булды. Ф.Ғәскәров ансамбле менән бергә ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла – бөтәһе 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһаны. Ратмир Бәҙретдинов башҡарған «Еңел баҫ!», «Йәш йөрәктәр», «Тау бөркөтө», «Өс туған» (Өлкән ағай), «Әпипә», «Тау мариҙары бейеүе» бейеүҙәре юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып тора.  

Ратмир Сәрүәр улы Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль директоры булып эшләгән йылдарҙа үҙен коллективты берләштерә алған яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтте. Ул ваҡытта ансамбль айҙар буйына гастролдәрҙә йөрөй – Францияла, Германияла, Испанияла һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай.  

Башҡортостан юлдан телеканалында барған «Байыҡ» республика телеконкурсында Ратмир Бәҙретдинов 13 йыл жюри рәйесе булды, ҡатнашыусыларға үҙенең фәһемле кәңәштәрен бирҙе.  

«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/1514892-v-ufe-shyel-iz-zhizni-narozhnyy-artist-bashkortostana-ratmir-badretdinov-/

  

Ләйлә Аралбаева
Теги: юғалтыу
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть