Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө мэры вазифаһын Радмил Мөслимов башҡара

Сәйәсәт

Өфө вице-мэры Радмил Мөслимов Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.  

«Вице-мэр Радмил Мөслимов бер ай элек үк Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне. Ул ошо вазифала эшләүен дауам итә», — тип белдерҙе Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов.  

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнер алдынан Мөслимов мэрияның юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығына етәкселек итте.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 октябрҙә оҙаҡ ауырығандан һуң Өфө хакимиәте башлығы вафат булды. Өлфәт Мостафин 35 көн мәкерле сир менән көрәште. Уның пневмония, COVID-19 һәм башҡа ауырыуҙары бар ине.  

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән хушлашыу 2020 йылдың 31 октябрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда ойошторола. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.

https://www.bashinform.ru/news/1514888-ispolnyat-obyazannosti-mera-ufy-budet-radmil-muslimov/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: мэрия
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть