Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө мэры Өлфәт Мостафин вафат

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ»ға бөгөн, 29 октябрҙә, 35 көн мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкәндән һуң Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың пневмония һәм COVID-19-ҙан һуң өҙлөгөп вафат булғанын хәбәр итте.  

Республика Башлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.  

Өлфәт Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Техник фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Торлаҡ хужалығының етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙан «Газпром» системаһында эшләй.  

2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе вазифаһына күсә. 2010-2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан  кире «Газпром»ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә «Газпром газ бүлеү Өфө» предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.

Теүәл ике йыл элек, 2018 йылдың 29 октябрендә, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.  

«Башинформ» туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.  

https://www.bashinform.ru/news/1514701-mer-ufa-ulfat-mustafin-skonchalsya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть