Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы сикләнмәгән ерҙәр буйынса төҙәтмәләр ҡабул итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күпселек тауыш менән республиканың сикләнмәгән ер биләмәләрен Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырған ер законына төҙәтмәләр ҡабул итте. Ведомствоның башланғысы йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, закон проекты халыҡ менән тикшерелде. Документ парламентарийҙарҙың һәм прокуратураның иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып ҡабаттан эшләнде.  

Төҙәтмәләр асыҡ электрон документтар әйләнешен алып барырға һәм ер участкаларын алыу процедураһын ябайлаштырырға, ерҙе законһыҙ тапшырыуға, шулай уҡ нигеҙһеҙ кире ҡағыуға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.  

Сикләнгән ерҙәрҙе Мөлкәт министрлығына тапшырыу ер контроле һөҙөмтәлелеген арттырыр һәм инвестиция мөхитен яҡшыртыр, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.  

https://www.bashinform.ru/news/1514428-gossobranie-bashkirii-prinyalo-popravki-po-nerazgranichennym-zemlyam/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть