Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов вафат

Йәмғиәт

Башҡортостанда 60 йәшендә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Әмир Ишемғолов арабыҙҙан китте.  

Был мәғлүмәтте уның хеҙмәттәштәре раҫланы.  

Билдәле булыуынса, ул пневмониянан дауаланған, йәйгеһен коронавирус менән ауырыған.

Әмир Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Йомағужа районы (хәҙер Күгәрсен) Әлимғол ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Күгәрсен районы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында төрлө эштәрҙә йөрөй, «Өфө» тәжрибә хужалығында өлкән зоотехник-селекционер, Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының малсылыҡ бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. «Элита» ғилми-етештереү берекмәһе директоры, һуңынан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының умартасылыҡ лабораторияһы мөдире була. 1998 йылдан Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәген етәкләй.  

2015-2018 йылдарҙа Әмир Ишемғолов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булды.  

Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.  

https://www.bashinform.ru/news/1514295-v-bashkirii-ushel-iz-zhizni-direktor-bnits-po-pchelovodstvu-i-apiterapii-amir-ishemgulov/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть