Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Гөлназ Ғәлимуллинаның «Мәҡәлдәр календары» халыҡ-ара награда яуланы

Мәҙәниәт

Яҡташыбыҙ, Мәскәү режиссеры һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллина «Мәҡәлдәр календары» фотошәлкеме өсөн Honourable mention наградаһын яуланы. International Photography Awards халыҡ-ара конкурсында 120 илдән 13 мең фотоһүрәт ҡатнашҡан.

2020/2021 йылдарға календарь өсөн башҡорт мәҡәлдәре, шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған, барыһына ла аңлайышлы популяр образдар һәм символдар файҙаланылған. Проектта тел белгесе Дилә Хизбуллина, рәссам Гөлназ Иҫәнғолова ҡатнашҡан, дизайнды Наталья Кожинова эшләгән, модель – Ильмира Моталова.

Тиҙҙән Гөлназдың «Мәҡәлдәр календары» фотошәлкемен халыҡ-ара конкурстың каталогында күрергә мөмкин.  

«Һис шикһеҙ, минең өсөн төп ҡаҙаныш һәм бәхет – тотош донъяла календарҙы һатып алған яңы дуҫтар һәм таныштар. Ай һайын фотоһүрәттәр һәм календарь сторизын алыу күңелемә хуш килә. Хәҙер һеҙ ғорур рәүештә проектты тормошҡа ашырыуҙан тыш, Рәсәйҙәге ҙур булмаған халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен үҫтереүгә лә өлөш индерҙем тип әйтә алаһығыҙ. Барыһына ла рәхмәт!», — тип яҙҙы Гөлназ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.  

https://www.bashinform.ru/news/1514211-kalendar-poslovits-gulnaz-galimullinoy-zavoeval-mezhdunarodnuyu-nagradu/

    

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть