Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә КХЛ һәм РПЛ уйындарында тамашасыларҙың аҙыраҡ булыуы ихтимал

Спорт

Киләһе аҙнаның башында Башҡортостан властары Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй Премьер-лигаһы уйындарында тамашасыларҙы кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәре мөмкин. «Башинформ» агентлығына республика хөкүмәтендәге сығанаҡтан билдәле булыуынса, коронавирус инфекцияһы буйынса ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле «Өфө-Арена» һәм «Нефтсе» стадионын 25% ғына тултырыу рөхсәт ителә.  

«Әгәр COVID-19 йоҡтороу дауам итһә, хоккей һәм футбол уйындары тамашасыһыҙ үткәрелә», — тип хәбәр итте агентлыҡ сығанағы.  

Бөгөн «Өфө» футбол клубының генераль директоры Ринат Шәйбәков «Урал» менән уйынға тамашасыларҙың 25% ғына индереләсәген әйтте.  

«Беҙгә матчҡа 50 процентҡа тиклем индерергә рөхсәт иттеләр. Ләкин иң мөһиме – ултыртыу. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, тамашасыларҙың 25% индерәбеҙ тигән фекергә килдек. Көйәрмәндәребеҙ сирләмәһен һәм бер кемгә лә һорауҙар булмаһын өсөн ошондай ҡарар ҡабул иттек», — тине Шәйбәков«Чемпионат»ҡа.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» — «Урал» уйыны 1 ноябрҙә була. «Салауат Юлаев» хоккей клубы 28 октябрҙә үҙ майҙанында «Амур» менән уйнай.

https://www.bashinform.ru/news/1513992-zapolnyaemost-stadionov-na-matchi-kkhl-i-rpl-v-ufe-mogut-umenshit-iz-za-epidobstanovki/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: КХЛ, РПЛ
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть