Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Йәмғиәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ярҙам итергә тейешле препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Тәүге осраҡта, ведомство вәкилдәре мәғлүмәттәре буйынса, умифеновир, рекомбинантлы интерферон альфа (ИФН-α), ә сирле менән бәйләнештә булғандан һуң гидроксихлорохин ярҙамға килә.  

Рекомбинантлы ИФН-α тамсылары һәм спрейы һау-сәләмәт кешеләргә, өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға COVID-19 йоҡтороу хәүефен кәметә. Шулай уҡ профилактика өсөн өс аҙна дауамында аҙнаһына ике тапҡыр 200 мг умифеновир тәҡдим ителә.  

Әгәр коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булһағыҙ, умифеновир менән бергә гидроксихлорохин йәки рекомбинантлы интерферон менән һаҡланырға кәрәк.  

COVID-19 диагнозы раҫланған осраҡта, фавипиравир, гидроксихлорохин, азитромицин (гидроксихлорохин менән бергә), интерферон-альфа, ремдесивир, умифеновир препараттарын ҡулланырға мөмкин.  

https://www.bashinform.ru/news/1513293-minzdrav-opublikoval-preparaty-dlya-profilaktiki-i-lecheniya-koronavirusa/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть