Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә ОРВИ һәм дауахананан тыш пневмонияның артыуы теркәлә

Йәмғиәт

Өфөлә ОРВИ һәм дауахананан тыш пневмонияның артыуы теркәлә, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.  

Үткән аҙна менән сағыштырғанда, йәнә киҫкен респиратор инфекциялары менән ауырығандарҙың артыуы теркәлә, күберәк өлкән йәштәгеләр сирләй. Лабораторияла тикшергән ваҡытта грипп вирусы асыҡланмаған. Шулай уҡ дауахананан тыш пневмония осраҡтары күп. Пандемия башланғандан алып 4 291 кеше йоҡторған, тип билдәләне ведомство вәкиле.  

Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, республикала 1,2 миллиондан ашыу кеше – халыҡтың 31% гриптан прививка яһатҡан. Коронавирустан прививкаларҙың тәүге партияһы ковид-госпиталдәрҙең «ҡыҙыл зона»һында эшләгән табиптарға йүнәлтелгән. Башҡортостанда пневмококк инфекцияһынан да вакцинация үткәрелә, ул балаларҙа һәм олаларҙа вирусҡа бактериаль инфекция ҡушылғанда үлемесле өҙлөгөүҙе иҫкәртергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/1513217-v-ufe-registriruetsya-rost-orvi-i-vnebolnichnykh-pnevmoniy-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть