Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Уралиә, Ванцетти, Рем: Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2020 йылда тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан яңы тыуған малайҙар араһында  –  17, ә ҡыҙҙар араһында 13 үҙенсәлекле исем ҡушылған.  

Республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә.  

Ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре – Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия.  

Исем-шәрифтәрҙе үҙенсәлекле варианттарға алмаштырыуға килгәндә, быйыл Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә бындай осраҡтар теркәлмәгән.  

https://www.bashinform.ru/news/1513161-uraliya-vantsetti-rem-v-bashkirii-nazvany-samye-neobychnye-imena-novorozhdennykh-v-2020-godu/

  

Ксения Калинина
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть