Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланды

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.  

«Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы бер гектарҙан 402 центнер тәшкил итте, был уҙған йылғы күрһәткестән 10,5 процентҡа юғары, — тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Республикала бөтәһе 1,157 миллион тонна татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Шишмә, Благовар һәм Бүздәк райондарында бай уңыш алғандар – һәр береһендә 200 мең тоннана ашыу сөгөлдөр».  

Республиканың ике шәкәр заводы – Әлшәй һәм Шишмә райондарында – әлегә 650 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр эшкәртеүгә ҡабул ителгән. Хәҙерге ваҡытта шуларҙың 368 мең тоннаһы эшкәртелгән.  

https://www.bashinform.ru/news/1512998-v-bashkirii-zavershilas-uborka-sakharnoy-svekly/

  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть