Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең һайлап алыу этабы уҙҙы

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн йәш эстрада башҡарыусыларын һайлап алыу этабы уҙҙы.  

Һайлап алыу этабында Шафиҡ Баҡтыбаев (беренсе урын), Алтынай Заһитова (икенсе урын) һәм Лия Мөхәмәтова (өсөнсө урын) еңеү яуланы. Йәш артистар заманса стилдә икешәр башҡорт композицияһын башҡарҙы: этно-рок, рэп, R&B, hip-hop, поп, клуб музыкаһы, тип хәбәр иттеләр фестивалдең ойоштороу комитетынан.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәшлек-шоу» башҡорт йыры фестивале 28-се тапҡыр уҙғарыла. Тәүге тапҡыр һайлап алыу турҙары Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә һәм Башҡортостандың бер нисә зонаһында ойошторола.  

Проект еңеүсеһенә 300 мең һум аҡса һәм ҙур сәхнәгә сығыу өсөн тәжрибәле продюсер менән контракт тапшырыла. «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең продюсеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Проекттың жюри ағазалары иҫәбендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бар.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.  

https://www.bashinform.ru/news/1512910-v-moskve-proshel-otborochnyy-etap-molodezhnogo-festivalya-yeshlek-shou-2020-perezagruzka/

    

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть