Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда тыумыштан зәғиф ҡыҙыҡай, ниһайәт, балалар баҡсаһына йөрөй башлаған

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ районынан өс йәшлек Софья Ғиззәтуллина, ниһайәт, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөй башлаған. Тәүҙә уны тышҡы ҡиәфәте арҡаһында балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартҡайнылар. Был турала «Изгелек йәйғоро» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итте.  

Бынан алда агентлыҡ яҙғанса, сабыйҙың аяҡ-ҡул бармаҡтары йәбешеп үҫкән. Софьяның ғаиләһе Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылында бик ауыр шарттарҙа осто-осҡа ялғап көн күргән. Өҫтәүенә инвалид ҡыҙыҡайҙы балалар баҡсаһына алмағандар.  

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хәлгә иғтибар иткәндән һуң, ғаиләнең хәле яҡшырған, Ғиззәтуллиндар ике бүлмәле фатир алған. Ҡыҙыҡайҙы Израиль табиптары ла тикшергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мейеһендә үҙгәрештәр башланыуға бәйле уның бармаҡтарын айырыу операцияһын эшләргә ярамай. Аҙаҡтан Софья һәйбәт итеп ашай алһын өсөн уға Өфө клиникаһында операция яһағандар, элек ул шыйыҡ аҙыҡ менән генә туҡланған.  

https://www.bashinform.ru/news/1512809-v-bashkirii-devochka-s-deformirovannym-cherepom-nakonets-nachala-khodit-v-detskiy-sad/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть