Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Республика Башлығы бутлегерҙар хаҡында мәғлүмәт өсөн бүләкләргә тәҡдим итте

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлектәр һатылған урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләү тәҡдимен индерҙе. Был хаҡта ул дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә алкоголь продукцияһының рөхсәтһеҙ әйленешенә ҡаршы көрәш сараларын тикшергән саҡта белдерҙе.  

«Ошо теманың шау-шыу тыуҙырамы, юҡмы икәнен аңларға кәрәк. Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек бының менән шөғөлләнә башлаған ваҡытта аулау эшен ойошторғайныҡ, бөтәһе лә Әбйәлил районына барып, ошо янғынды һүндергәйне. Хәҙер ҡарарға кәрәк: беҙҙә ҡайҙалыр ошо әшәкелек баш ҡалҡытамы? Осраҡтар булһа, йәнә бер районды һайлап алып, һатҡан, халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән тулыһынса таҙартырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.  

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бутлегерҙар менән көрәштә «бер ниндәй ҙә әхлаҡи, тотоп торған факторҙар булырға тейеш түгел», суррогат һатҡан урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләргә кәрәк.  

«Башспирт» был эште ойошторһон әйҙә: кем ҡайҙа һатҡандарын әйткән, шул «Башспирт»тан премия ала. Беләм, бындай тәжрибә булғайны. Тимәк, уны йәнә тергеҙергә кәрәк. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ошо әшәкелек менән ниндәйҙер әхлаҡи принциптар яҡлы булырға кәрәкмәй. Уны юҡҡа сығарырға ғына кәрәк», —  тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/1512638-glava-bashkirii-predlozhil-premirovat-za-informatsiyu-o-butlegerakh-/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть