Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↓

EUR 91.19 ↑

4 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында диспансеризация үткәреү туҡтатыла

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте. Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин ошондай тәҡдим индерҙе.

Республика башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм шул уҡ ваҡытта «диспансеризация — мөһим эш, әлбиттә, ләкин хәҙер табиптарҙың күпселеге тап коронавирусты дауалауға йәлеп ителгән» тип билдәләне.

«Шуға күрә муниципалитеттар үҙҙәре ҡараһын һәм шундай ҡарар ҡабул итһен», — тип өҫтәне Хәбиров.  
Әлегә диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе 16 ноябргә тиклем туҡтатыу планлаштырыла.  

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы 83 кешелә COVID-19 асыҡланған.  

Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 10 330 осрағы раҫланған.

https://www.bashinform.ru/news/1512586-v-ryade-rayonov-bashkirii-priostanovyat-provedenie-dispanserizatsii-/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть