Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.19 ↑

EUR 91.20 ↓

1 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 10% өйҙән эшләү режимына күсерелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең – 9,7%, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 7,5% өйҙән эшләү режимына күсерелде, тип хәбәр итте республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.  

Коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тураһында Указға үҙгәрештәргә ярашлы, 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәр, хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар ситтән тороп эшләүгә күсте.  

Эш урынында булыу дәүләт власы органдарының эшләүе өсөн үтә мөһим һаналған хеҙмәткәрҙәр элекке режимда эшләй, тип билдәләнеләр республика Башлығы Хакимиәтендә.  

Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының эш кәңәшмәләре, йыйылыштар, коллегия ултырыштары һәм башҡа ошондай саралары видеоконференция режимында үткәрелә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала барлыҡ предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе тәьмин итеү өсөн эш урындарында ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһы индерелде. Хеҙмәткәрҙәр араһынан һайланып ҡуйылған белгестәр термометрия үткәрә, битлек режимының үтәлешен һәм башҡа иҫкәртеү сараларын тикшерә. Уларҙың маҡсаты – коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү.  

23 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 10 093 осрағы раҫланған, тәүлек эсендә сирлеләр 74-кә артҡан.

https://www.bashinform.ru/news/1511746-v-bashkirii-na-distantsionnyy-rezhim-raboty-perevedeny-10-gossluzhashchikh/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть