
Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған

Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған Фото: Валерий Шахов
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә республикала 10 093 COVID-19 осрағы раҫланған. Пандемия башланғандан алып 9 218 кеше һауыҡҡан.
Әлеге ваҡытта 827 кеше дауалана. 189 пациент стационарҙа ята. Йәнә 638 кеше сирҙе еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана.
https://www.bashinform.ru/news/1511702-eshche-74-cheloveka-zarazilis-novym-koronavirusom-v-bashkirii-/




