Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.19 ↑

EUR 91.20 ↓

1 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Регина Яҡупова – Ҡурған өлкәһенең иң сибәр башҡорт ҡыҙы

Мәҙәниәт

Ҡурған өлкәһендә «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Сафакүлдәге кастингта Ҡурған өлкәһенең төрлө райондарынан башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашты.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы финалсыһы – Сафакүл ауылынан Регина Яҡупова. Ул төбәк этабында Гран-при яуланы. Беренсе урынды —  Субботино ауылынан Диана Ишкилдина, икенсе урынды Сафакүлдән Юлиә Камалова алды, өсөнсөлә иһә Юлиә Кинйәбулатова (Сафакүл ауылы).  

Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, костюм һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.  

Финал 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, унда иң сибәр һәм һәләтле ҡыҙҙар төп башҡорт һылыуҡайы исеме өсөн көрәшә. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.  

https://www.bashinform.ru/news/1511657-samoy-krasivoy-bashkirkoy-kurganskoy-oblasti-stala-regina-yakupova/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть