Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ инфекция үҙәгендә ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция блоктары була

Йәмғиәт

Әле Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙанында 123 кеше һәм 47 берәмек техника эшләй. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, артабан уларҙың һаны арттырыла, сөнки декабрь башында медицина учреждениеһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә тейеш.  

«Бәлки, объектты «йоғошло сирҙәр дауаханаһы» тип әйтергә кәрәкмәйҙер. Ул күпкә ҙурыраҡ – функционалы, йыһазландырыу һәм тышҡы күренеше буйынса донъя кимәлендәге үтә заманса медицина үҙәгенә яҡыныраҡ. Унда республикала йәшәүселәр иң уңайлы шарттарҙа дауалана алыр. Яҙ көнө менән сағыштырғанда, беҙ планканы тағы ла юғарыраҡ күтәрҙек һәм, Зубов ауылындағы инфекция үҙәгенән айырмалы рәүештә, бында ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция бүлексәләрен булдырырға хәл иттек», — тине Андрей Назаров.  

Республика премьер-министры хәбәр итеүенсә, әле корпустар өсөн ете нигеҙ һалынған, ваҡытлыса электр үткәрелгән. Аҙна аҙағына тиклем беренсе һәм икенсе корпустарҙың металл конструкцияһын йыйыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1511508-infektsionnyy-tsentr-v-sterlitamake-stroitsya-s-priemnym-rodilnym-detskim-i-oper-blokami/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть