Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.19 ↑

EUR 91.20 ↓

1 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың почта бүлексәләрендә клиенттарҙы хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләре ҡәтғиләштерелде

Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләренә хәҙер битлектән тыш, бирсәткә кейеп килергә кәрәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.  

«Республика башлығының 2020 йылдың 19 октябрендәге указына ярашлы, почта бүлексәләрендә һәр кем битлектә һәм бирсәткәлә йөрөргә тейеш. Ошо һаҡланыу саралары булмаған клиенттар хеҙмәтләндерелмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығында һәм хәҙер республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә еүеш сепрәк менән таҙартыу, биналарҙы дезинфекциялау эштәре йышыраҡ ойошторолоуын өҫтәнеләр.  

Бынан тыш, даими елләтеү режимы үтәлә. Элемтә бүлексәләренең операция залдарында социль дистанция һаҡлана.  

«Килеп тыуған хәлдә барыһын да ситтән тороп хеҙмәтләндереү каналдары менән файҙаланырға саҡырабыҙ һәм өйҙә тейешле хеҙмәт күрһәтергә: пенсия, социаль пособие түләргә, коммуналь түләүҙәрҙе ҡабул итергә, посылкалар, хаттар килтерергә әҙербеҙ», — тип белдерҙе Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.

https://www.bashinform.ru/news/1511133-v-pochtovykh-otdeleniyakh-bashkirii-uzhestochili-pravila-obsluzhivaniya-klientov/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть