Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Йыл ғаиләһе» фильмы төшөрөлә

Мәҙәниәт

Өфөлә «Йыл ғаиләһе» фильмын төшөрөлә башланы. Фильмды А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында режиссер Айнур Асҡаров төшөрә. Тәүҙә ул танылыу яулаған «Өфөнән һөйөү менән» фильмының дауамы итеп билдәләнгәйне. Айнур Асҡаров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына ошо хаҡта ентекләп һөйләне.  

— «Йыл ғаиләһе» — «Өфөнән һөйөү менән» фильмының мәғәнәүи дауамы ғына, ысынында иһә ул бөтөнләй икенсе картина, — тине Айнур Асҡаров. — Был ниндәйҙер параллель Донъя, бында ла «Өфөнән һөйөү менән» фильмы геройҙарын күрергә мөмкин.  

«Йыл ғаиләһе» һары «Рафик»та еңеү һәм 5 миллион һум отоу өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына китеп барған Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында бәйән итә. Был аҡса уларға ипотека бурысын ҡаплау өсөн кәрәк.  

— Ошо бурыс менән улар бер-береһен яратыуы тураһында онотҡан. Тормошта иң мөһиме аҡса түгел, ҡайһы саҡта уның артынан ҡыуып, ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ хаҡында онотоп китәбеҙ, һәм ошондай юл беҙҙе берләштерә. Кино тап шул хаҡта. Еңеү түгел, ә бергәләп ҡатнашыу мөһим, — тине режиссер.  

Юлдағы хәл-ваҡиғаларҙы Әбйәлил районында төшөргәндәр, хәҙер был эш Өфөлә дауам итә. Фильмдың яртыһы төшөрөлгән дә инде, тағы яртыһын, өйҙәге күренештәрҙе төшөрөргә кәрәк. Бер аҙна буйына «Башҡортостан» дәүләт концерт залында эшләйҙәр. Ә бөгөн ижади төркөм Ағиҙел күперендә тығын кадрҙарын төшөрә. Бының өсөн көндөҙ Өфөгә ингән күперҙе биш сәғәткә яптылар.  

Фильмды 2021 йылдың март-апрель айҙарында сығарыу планлаштырыла.  

— Хәҙер уның ваҡытын әйтеүе ҡыйын, бөтә ерҙә лә вирус, изоляция, пандемия һәм башҡалар. Билдәләнгән ваҡытҡа фильм әҙер булыр тип ышанам, — тине Айнур Асҡаров.  

https://www.bashinform.ru/news/1510795-semki-komedii-roud-muvi-semya-goda-nachalis-v-ufe/

    

Ләйлә Аралбаева
Теги: кино
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть