
Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамлай: майҙандарҙың 98% ҡаҙып алынған

Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамлай: майҙандарҙың 98% ҡаҙып алынған Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана. Әлеге ваҡытта эштәр 98 процентҡа башҡарылған. 21 октябргә аграрийҙар 1 миллион 128 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алған. Республикала һәр гектарҙан уртаса уңыш – 399 центнер, был былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ (362 центнер).
Татлы тамырҙан иң мул уңыш – Шишмә, Благовар, Бүздәк райондарында. Уларҙың һәр береһендә аграрийҙар 200 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр ҡаҙып алған. Сөгөлдөр сәскән 17 райондың унауһында тамыраҙыҡ йыйыу тамамланған, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.