Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Фидан Ишемғолов — Шаран районы башлығы

Сәйәсәт

Бишенсе саҡырылыш муниципаль район Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Шаран районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса башлыҡ итеп Фидан Ишемғолов һайланды.  

Фидан Ишемғолов 1981 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемле. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының халыҡ-ара хеҙмәтттәшлек, вәкиллектәр менән эшләү бүлектәрендә башлай.  

2009 йылдың майынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең эксперт-аналитика идаралығының иҡтисад инфраструктураһын үҫтереү бүлегендә эшләй. 2011-2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире. 2014 йылдан 2019 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының иҡтисадты модернизациялау бүлеген етәкләй.  

2019 йылдың майынан Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/1510771-novym-glavoy-sharanskogo-rayona-bashkirii-stal-fidan-ishemgulov/

  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть