Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектакле Халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелә

Мәҙәниәт

21 октябрҙә III Халыҡ-ара камера спектаклдәре фестивале барышында «Хыялға ҡаршы» спектакле күрһәтелә. Спектакль Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса сәхнәләштерелгән (инсценировка авторы – Ә.Ишбулдина, режиссеры – И.Ҡаҙаҡбаев). Киске сәғәт 5-тә башлана.

Фестиваль 16 сентябрҙән 18 декабргә тиклем Новокузнецкиҙа онлайн форматта уҙғарыла. Спектаклдәрҙе YouTube-каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә бушлай ҡарарға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хыялға ҡаршы» спектакле бер нисә тапҡыр төрлө театр фестивалдәрендә ҡатнашты. «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә (Улан-Удэ, Бүрәт Республикаһы, 2016) «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» махсус призына лайыҡ булды, «Театр яҙы» республика фестивалендә (Өфө, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеп сыҡты, «Коляда-plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә (Екатеринбург, 2017) «Иң яҡшы режиссура» номинацияһында еңеүсе.

https://www.bashinform.ru/news/1510577-spektakl-bashdramteatra-navstrechu-mechte-pokazhut-na-mezhdunarodnom-festivale-okna-/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть