Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан табиптары Абхазиянан ҡайтты

Йәмғиәт

Башҡортостан табиптары Абхазия Республикаһынан ҡайтты.

Башҡорт дәүләт медицина университетынан һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан ете табип, ординаторҙар, табип-стажерҙар өс аҙнанан ашыу урындағы табиптарға булышлыҡ итте, коронавирус менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яйға һалды.



«Беҙ үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған сирлеләр менән шөғөлләндек. Абхазиянан коллегаларыбыҙ тәжрибәне үҙләштергәндер тип ышанабыҙ», — тип һөйләне төркөмдөң етәксеһе Илдар Лотфорахманов.

Хәҙер Абхазияға башҡорт табиптарына алмашҡа Калининград өлкәһенән һәм Мәскәүҙән табиптар килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙ табиптары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы һәм Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөрәжәғәте буйынса коллегаларына ярҙам итеү өсөн Абхазияға юлланды. Бынан алда беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстанда, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында һәм Амур өлкәһендә ошондай ярҙам күрһәтеп ҡайтты.

https://www.bashinform.ru/news/1510470-brigada-bashkirskikh-vrachey-vernulas-iz-abkhazii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть