Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Төркиә менән сауҙа хеҙмәттәшлеген нығытырға ниәтләй

Иҡтисад

Башҡортостан менән Төркиә тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләй, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Dünya эшлекле гәзитенә биргән интервьюһында.

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, сауҙа хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре – химия һәм нефть химияһы продукцияһы, ағас, металл әйберҙәр, ауыл хужалығы һәм хәләл аҙыҡ-түлекте сит илдәргә оҙатыу.

Хәҙерге көндә Төркиә – Башҡортостандың 2,8% өлөш менән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса унынсы партнеры.

Әйтәйек, былтыр Башҡортостандың Төрөк Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 140 миллион һум тәшкил иткән. Шуның 135,8 миллион доллары — экспорт.

2020 йылдың тәүге ете айында тышҡы сауҙа әйләнеше 64,1 миллион булһа, уның 58,1 миллионы — экспорт.

Бынан тыш, Радий Хәбиров баҫмаға Башҡортостанда төрөк инвесторҙарының әүҙемлеге хаҡында һөйләне һәм иғтибарын йәмәғәт майҙандарын файҙаланыуҙың льготалы шарттары, ерҙе ҡуртымға алыу һәм потенциаль һалым льготалары мөмкинлектәренә йүнәлтте.

https://www.bashinform.ru/news/1509771-bashkortostan-nameren-ukreplyat-torgovoe-partnerstvo-s-turtsiey/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть