Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

29 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала был аҙнала ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә

Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда аномаль йылы булды, ләкин был аҙнала уҡ республикала йәшәүселәр ҡыштың яҡынлашыуын һиҙер, тип хәбәр итте Башгидромет. Атмосфера фронты Башҡортостан биләмәһенә Арктика һыуығын алып килә.

20-22 октябрҙә һауа температураһы төндә +1-ҙән,+6-нан -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +5,+10 була, көньяҡ райондарҙа +15-тән -1 градусҡа хәтлем. 22 октябргә ямғыр урынына бер епшек ҡар яуа башлай. 21, 22 октябрҙә төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ күренештәре булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығышында ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.

Һауа торошо үҙгәреп торған ваҡытта автомобиль йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш бирәләр.

https://www.bashinform.ru/news/1509397-v-bashkirii-na-etoy-nedele-ustanovitsya-vremennyy-snezhnyy-pokrov-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть