Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.61 ↓

EUR 91.30 ↑

3 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн студент-ординаторҙарҙы поликлиникаларға эшкә ебәрәләр

Йәмғиәт

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университетының өлкән курс студенттарын һәм студент-ординаторҙарҙы өйҙә коронавирустан дауаланған сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн поликлиникаларға эшкә ебәрәләр.

Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтте.

Уның һүҙҙәренсә, мөмкин тиклем күберәк пациенттарҙы стационарҙан өйҙә дауаланыуға күсереү өсөн амбулатор звеноның эшен көсәйтергә кәрәк.

«Бик күптәр Өфө дауаханаларында дауаланырға теләй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дауаханаға һалыуға һәм сығарыуға күрһәткестәре булған аныҡ протоколдары бар. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, баш табиптарҙан һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан эште түбәндәгесә ойоштороуҙарын һорайым: пациент бер аҙ ятып дауаланғас, уны амбулатор дауаланыуға күсерегеҙ. Койкалар әлегегә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк эшләргә тейеш, ләкин бының өсөн амбулатория эшен яйға һалырға кәрәк, шуға терапевтарға ярҙамға БДМУ студенттарын ебәрәбеҙ», — тине ул.

Тәү сиратта, улар поликлиника терапевтарына коронавирус менән ауырыған амбулатор пациенттарҙы күҙәтергә ярҙам итергә тейеш.

«Башинформ»ға медицина университетынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиникаларға эшкә 285 ординатор ебәрелә, 600 ординатор республика медицина учреждениеларында эшләй башлаған да инде.

https://www.bashinform.ru/news/1509073-vypusknikov-bashgosmeduniversiteta-otpravlyayut-na-rabotu-v-polikliniki-na-borbu-s-covid-19-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть