Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.61 ↓

EUR 91.30 ↑

3 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда диабет һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн махсус режим индерелә

Йәмғиәт

Башҡортостанда шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн махсус режим индереүҙәре мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай диагнозы булған кешеләрҙең яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыу осраҡтарының йышайыуына борсолоуын белдерҙе.

«Беҙҙә хроник сирҙәрҙән яфаланғандар COVID-19-ҙы ауыр үткәрә. Шәкәр диабеты менән ауырығандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ бер аяғы менән теге донъяға баҫа», — тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров хөкүмәткә хроник сирлеләргә махсус режим индереү тураһында уйларға ҡушты. Атап әйткәндә, диабет менән ауырығандарҙы үҙизоляция режимын үтәүен тикшерергә мөмкиндәр.

Яҙ көнө Башҡортостанда хроник сирле граждандар өсөн ошондай сикләү сараһы ғәмәлгә индерелгәйне. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был тәжрибәне дауам итергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/1509098-v-bashkirii-dlya-diabetikov-i-stradayushchikh-serdechno-sosudistymi-vvedut-osobyy-rezhim/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть