Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.61 ↓

EUR 91.30 ↑

3 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика хөкүмәтендә өс вице-премьер коронавирус менән сирләй

Сәйәсәт

Әлеге ваҡытта Башҡортостан хөкүмәтендә премьер-министрҙың өс урынбаҫары коронавирус менән сирләй. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Шулай уҡ республика башлығы дисциплинаны һәм эпидемиология ҡағиҙәләрен үтәмәгән бик күп чиновниктарҙың ауырып китеүен билдәләне.

«Хәҙер мин ни өсөн сирләгәнебеҙҙе аңлатам. Беренсе өлөшө һаулыҡ һаҡлауҙы әҙерләү ине, уны әҙерләрбеҙ. Бының өсөн аҡса ла бар, табиптарыбыҙ ҙа эшләргә өйрәнде. Ә бына икенсе өлөшө – дисциплина һәм яуаплылыҡ», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, бер нисә дәүләт учреждениеһында һәм улар ҡарамағындағы учреждениеларҙа эпидемияға ҡаршы талаптарҙы үтәү тикшерелде. Административ биналар идаралығы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡҡа ярҙам үҙәге, Республика капиталь төҙөлөш идаралығы, Дәүләт аналитик контроль идаралығы ошо талаптарҙы боҙоусылар исемлегенә инде.

«Эштән китегеҙ улайһа, мин башҡаларҙы табырмын, сөнки миңә эшләргә кеше юҡ. Бөтәгеҙ ҙә сирләгәс, ярҙамсыларым ҡалмай», — тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров дәүләт учреждениеларында контролде көсәйтергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/1509087-v-pravitelstve-bashkirii-zaboleli-koronavirusom-tri-vitse-premera/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть