Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.61 ↓

EUR 91.30 ↑

3 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә коронавирус асыҡланған

Йәмғиәт

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 809 осрағы раҫланған.

Әле 125 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 320 кеше һауығып сыҡҡан.

«Үлем кимәле элеккесә ҡала — 0,5 %. Уҙған аҙнала бер үлем осрағы теркәлде. Сирләү кимәле 100 мең кешегә 242 тәшкил итә», — тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры.
https://www.bashinform.ru/news/1509029-za-minuvshie-sutki-koronavirus-diagnostirovan-eshche-u-68-zhiteley-bashkirii-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть