Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 90.02 ↓

27 ноябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы хәрби комиссары Михаил Блажевич менән осрашты

Сәйәсәт

Бөгөн, 16 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хәрби комиссариатының яңы етәксеһе Михаил Блажевич менән осрашты.

«Һеҙҙе Башҡортостанда сәләмләүемә бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең комиссариатты бөтә ғүмерен тиерлек Ҡораллы көстәргә хеҙмәт итеүгә арнаған кеше етәкләй. Республикабыҙ ҙур, халыҡ әүҙем. Беҙҙә хәрби традициялар көслө, хәрби хеҙмәттең дәрәжәһе юғары. Башҡортостан Рәсәйҙең Оборона министрлығында яҡшы иҫәптә. Был эште уңышлы дауам итерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Рәхим итегеҙ».

Михаил Блажевич Радий Хәбировҡа йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Мин республиканың тарихы, минән алда ошо вазифала эшләгәндәрҙең ҡаҙаныштары менән танышмын, – тине Башҡортостандың хәрби комиссары. – Бында хәрби хеҙмәткә саҡырыу потенциалы бик юғары, был эште ошондай кимәлдә алып барыу өсөн бөтә көсөмдө һалырмын. Беҙҙең бурыстар ҙур, яҡшыға ынтылырбыҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1508517-radiy-khabirov-provyel-vstrechu-s-novym-voenkomom-bashkirii-mikhailom-blazhevichem/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть