Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 90.02 ↓

27 ноябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров 4 ноябрҙән һуң көҙгө мәктәп каникулын оҙайтыу ихтималлығын белдерҙе

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әгәр республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл яҡшырмаһа, 4 ноябрҙән һуң көҙгө мәктәп каникулын оҙайтыу вариантын ҡарай.

«Иртәгә беҙҙең мәктәптәрҙә көҙгө каникул алдынан һуңғы уҡыу көнө. Беҙ балаларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла һаҡларға тейешбеҙ. Әгәр 4 ноябргә эпидемиологик хәл яҡшырмаһа, каникулды оҙайтырға мәжбүрбеҙ», — тине республика етәксеһе кисә уҙған «Сәләмәтлек сәғәте» кәңәшмәһендә.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, көҙгө каникулдың тәүге көндәрендә мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрелә. Уҡытыусылар ситтән тороп махсус курстарҙа квалификацияһын арттыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда көҙгө каникул 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итә. Был ҡарар СOVID-19 таралыуға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында ҡабул ителде.

https://www.bashinform.ru/news/1508207-radiy-khabirov-ne-isklyuchil-prodleniya-osennikh-shkolnykh-kanikul-posle-4-noyabrya/      

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть