Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 90.02 ↓

27 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан спортсылары коляскала теннис буйынса Рәсәй чемпионатында алтын яуланы

Спорт

Башҡортостан спортсылары коляскала теннис буйынса Рәсәй чемпионатында алтын яуланы. Паралимпиясылар Марат Йосопов һәм Иван Андреев ир-егеттәр араһында яңғыҙ һәм парлы разрядта йәнә иң көслөләр тип танылды. Улар уҙған йылда өлгәшкән юғары һөҙөмтәне раҫланы.

Шулай уҡ Башҡортостан спортсыһы, ун ете йәшлек Вячеслав Макаров парлы разрядта өсөнсө урынды алды.

Коляскала теннис буйынса Рәсәй чемпионаты 8-14 октябрҙә Мәскәү өлкәһендә уҙҙы.

«Ярышта Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Башҡортостандан һәм Пермь крайынан 18 спортсы ҡатнашты. Сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса Донъя кубогында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһы төҙөлдө», — тип хәбәр иттеләр инвалдитарҙың «Факел» төбәк йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/1508188-sportsmeny-iz-bashkirii-zavoevali-zoloto-na-chempionate-rossii-po-tennisu-na-kolyaskakh/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: теннис
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть