Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.25 ↓

EUR 90.26 ↑

5 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа һәйкәл асылды

Сәйәсәт

Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсын асыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостандың данлы улы енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Эске эштәр министрлығының республика идаралығы етәксеһенә тиклем юл үткән. Күп йылдар Башҡортостанда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһын етәкләгән, кеше үлтереүселәрҙе, бурҙарҙы һәм башҡа хәүефле енәйәтселәрҙе эҙләгән. 2018 йылдың октябрендә Артур Фәрүәз улы тыуған республикаһына ҡайтып, барлыҡ көс структураларының эше өсөн яуаплы булған вице-премьер вазифаһында эшләй башланы. 2019 йылдың майында оҙайлы һәм ауыр сирҙән һуң донъя ҡуйҙы.

«Ваҡыт уҙа, фекерҙәшебеҙ һәм дуҫыбыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй патриоты Артур Әхмәтхановты һуңғы юлға оҙатҡан көндән йыл ярым самаһы ваҡыт үтеп китте. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, бөтә ғүмерен Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә арнаны, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ хөкүмәтендә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле ауырыу уны беҙҙең сафтан тартып алды. Был – минең өсөн оло юғалтыу. Эргәлә ошондай көслө һәм ышаныслы кеше булғанда күп мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителде. Был – һәммәбеҙ өсөн дә һис кем менән алмаштыра алмаҫлыҡ юғалтыу. Һәйкәл асыу – уның хәрби хеҙмәтенә һәм тормош юлына, туғандарына һәм яҡындарына ихтирам күрһәтеү ул. Беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Улар һәр саҡ беҙҙең менән булыр. Артур Фәрүәз улы, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә булырһығыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәйкәлде асыу тантанаһында.

Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы, генерал-полковник Александр Порядин әйтеүенсә, ул был көндә республикаға килмәй булдыра алмаған.

«Артур Фәрүәз улы милли гвардия ғәскәрҙәрендә абруйлы етәкселәрҙең береһе булды. Уның менән бергәләп Волга буйы федераль округы сиктәрендә яңы структура ойошторғайныҡ. Ул полицейскийҙар, ғәскәр подразделениелары һәм махсус тәғәйенләнештәне көстәр араһында ҙур абруй яуланы. Уның хеҙмәте бөйөк, тотош коллектив исеменән уның алдында баш эйәм. Артур Фәрүәз улы, беҙ һине онотмаҫбыҙ. Мәңгелек хәтер», — тип билдәләне Александр Порядин.
https://www.bashinform.ru/news/1507871-v-ufe-otkryli-pamyatnik-general-leytenantu-politsii-arturu-akhmetkhanovu/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть