Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.25 ↓

EUR 90.26 ↑

5 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин льготалы ипотека программаһын киләһе йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте

Иҡтисад

Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы 2021 йылдың июленә тиклем оҙайтыла. Президент Владимир Путин яңы төҙөлгән йорттарҙа 6,5 процент менән торлаҡ алырға мөмкинлек биргән льготалы программаны оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, был төҙөлөш тармағына һәм халыҡҡа ярҙам сараларының береһе, ләкин ул 1 ноябрҙә үк ғәмәлдән сығырға тейеш.

Премьер-министр Михаил Мишустин был тәҡдимде хупланы. «Ошо программаны оҙайтыуҙы мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙ генә тейешле бойороҡтарҙы әҙерләргә әҙербеҙ», — тип премьерҙың һүҙҙәрен еткерҙе РИА Новости.

«Ғөмүмән, хәҙер яңы йорттарға кредиттарҙың 90 проценттан ашыуы программаға тура килә. Ул ғаиләләргә бик кәрәк. Әйткәндәй, төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү өсөн был үҙ ролен уйнаны», — тип өҫтәне Мишустин.

Льготалы ипотека программаһы кризисҡа ҡаршы уңышлы сараларҙың береһе булды. Был осорҙа 630 миллиард һумға 220 меңдән ашыу кредит бирелде.

Апрель аҙағында Рәсәйҙә дәүләт ярҙамы менән ипотека программаһы эшләй башланы. 6,5 процент ставкаһы кредит түләгән осорҙа —  30 йылға тиклем ғәмәлдә.

https://www.bashinform.ru/news/1507737-vladimir-putin-predlozhil-prodlit-progrummu-lgotnoy-ipoteki-do-serediny-sleduyushchego-goda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть