Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.19 ↑

EUR 91.20 ↓

1 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров чиновниктарға кәңәшмәләрҙе ғәҙәти форматта үткәреүҙе тыйҙы

Сәйәсәт

15 октябрҙә киске сәғәт 6-ға тиклем дәүләт власы органдары, ҡала һәм район хакимиәттәре, власть органдары ҡарамағындағы учреждениелар санитар-иҫкәртеү нормаларын үтәү буйынса эске регламентты ҡабул итергә тейеш. Уларҙың береһе – эш урынында битлек кейеп йөрөү. Был хаҡта республика хөкүмәте президиумы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.

«Андрей Геннадьевич, коллегалар һәм етәкселәр, әгәр һеҙ коридорҙа хеҙмәткәрҙәрҙе битлекһеҙ күрһәгеҙ, уларға киҫәтеү яһағыҙ, ике тапҡыр ишетмәһә – эштән бушатырға. Әле бик күп коллегаларыбыҙ сирләй. Әгәр бөтәбеҙ ҙә ауырыһаҡ, республика менән нисек идара итербеҙ?», — тип асыуланды Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ хөкүмәт ағзаларына, министрҙарға, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына, төрлө ведомство етәкселәренә кәңәшмәләрҙе ғәҙәти форматта үткәреүҙе тыйҙы.

«Бөтә кәңәшмәләрҙе онлайн форматта, зумда уҙғарығыҙ, барыһы ла унда нисек эшләргә кәрәклеген белә. Был ни өсөн мөһим? Төрлө кимәлдәге власть органдарында тиҫтәләгән мең кеше эшләй, үҙеңде һаҡлау һәм халыҡҡа әлеге шарттарҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтеү мөһим. Беҙ ҡарар ҡабул иттек: ҡала һәм район хакимиәттәренә битлекһеҙ инеү тыйыла, әгәр килгән кешеләрҙең битлеге булмаһа, уларға үҙҙәре бирергә тейештәр. 16 октябрҙә контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо йөкләмәнең һәм барлыҡ власть органдарында, ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа битлек режимының үтәлешен тикшерә башлай», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/1507561-radiy-khabirov-zapretil-chinovnikam-provodit-ochnye-soveshchaniya/  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть