Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 79.33

EUR 92.62

1 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала яңыртылған Мәҙәниәт йортонда Бабичтың 125 йыллығына арналған сара уҙҙы

Мәҙәниәт

Башҡортостандың Дүртөйлө районы Әсән ауылында тантаналы рәүештә Мәҙәниәт йорто асылды. Бында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә күләмле яңыртыу эштәре башҡарылды.

Капиталь ремонттан һуң клуб күп функциялы үҙәккә әүерелде. Тамашасылар залы яңыртылды, бейеү, түңәрәк бүлмәләре, фекер алышыу клубтары, тренажер, балалар өсөн уйын бүлмәһе барлыҡҡа килде. Шулай уҡ яңы быуын китапханаһы асылды: ҡулланыусыларҙың фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарына, цифрлаштырылған ваҡытлы матбуғатҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.

Китап һаҡлағыс юғары тиҙлекле интернет менән йыһазландырылды һәм «Милли электрон китапхана»ға инеү мөмкинлеге булдырылды. Акустик система, электрон китаптар, планшеттар бар, ҡурсаҡ театры ойошторолдо. Республикала был – өсөнсө заманса китапхана.

Мәҙәниәт йорто асылған көндә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте. Бай программа әҙерләнгәйне. «Бабич һуҡмағы», «Бабич баҡсаһы» асылды, ҡунаҡтар унда ағастар ултыртты. Шағир ошо урындарҙа йөрөргә, әҫәрҙәр ижад итергә яратҡан. Ҡунаҡтар Әсән ауылы халҡы әҙерләгән һый-ниғмәттәр йәрминкәһенә лә барҙы.

Байрам яңы Мәҙәниәт йортонда республика сәнғәт оҫталарының һәм урындағы артистарҙың концерты менән тамамланды. Билдәле музыкант һәм эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтов яңы сәхнәлә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен алды.

https://www.bashinform.ru/news/1501342-v-bashkirii-v-obnovlennom-dome-kultury-proshlo-meropriyatie-k-125-letiyu-babicha/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть