Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 79.33 ↑

EUR 92.62 ↓

31 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала әсәлек капиталы алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар сирле балалар таба

Йәмғиәт

Башҡортостанда әсәле капиталы алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар сирле һәм йәшәүгә һәләтһеҙ балалар таба. Улар яралғының зәғиф булыуы асыҡланыу менән медицина күрһәтмәләре буйынса йөклөлөктө өҙөргә мөмкин ине, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Дәүләт Йыйылышында демографияға арналған парламент тыңлауҙарында. Бындай балалар бер йәшкә лә етмәйенсә һәләк була. Әлеге категория республикала сабыйҙар үлеме осраҡтарының яртыһын тәшкил итә.

«Әсәлек капиталы артынан ҡыуып, хатта үҫеш кәмселеге асыҡланған йөклөлөктө өҙөү өсөн медицина күрһәтмәләре булһа ла, ошондай балаларҙы табыу дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙың йәшәй алмаҫын һәм, медицина фәне ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, яҡын сәғәттәрҙә, көндәрҙә үлерен аңлаһалар ҙа, әсәлек капиталы алырға теләгән граждандар бар», — тине ул.

Шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарҙың күпселеге өйҙә яҡты донъя менән хушлаша. Йыш ҡына бындай хәл ишле йәки асоциаль ғаиләләрҙә теркәлә.

Был – республикала бер йәшкә тиклемге сабыйҙар үлеменең ике төп сәбәбе. Әйтәйек, уҙған йылда Башҡортостанда бер йәше тулмаған 261 бала үлгән, 2018 йылда — 240, 2017-лә 350 сабый йән биргән.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуарынан июленә тиклем республикабыҙҙа 137 сабый вафат булған. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 5,7 тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/1501167-v-bashkirii-v-pogone-za-matkapitalom-zhenshchiny-rozhayut-bolnykh-i-nezhiznesposobnykh-detey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть