Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.86 ↑

EUR 92.60 ↓

30 октябрь, Йома

Уфа   °

Республикала «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттарына һалым льготалары тураһында закон ҡабул ителде

Иҡтисад

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары өсөн һалым льготалары тураһында закон ҡабул итте. Республика башлығы ҡул ҡуйған документ 2021 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

Махсус иҡтисади зона резиденттары биш йылға — табышҡа һалымдан, 10 йылға — йөк машиналарына, махсус техникаға, автобустарға транспорт һалымы түләүҙән, биш йылға – ергә һалымдан, 10 йылға компания милкенә һалымдан азат ителә.

2021-2022 йылдарҙа льготалар күләме яҡынса 600 миллион һумға баһаланған. «Яҡын арала был аҡса республика бюджетына инмәй, ләкин һөҙөмтәлә төбәк биргәнгә ҡарағанда күберәк алырға тейеш. Хәҙер Рәсәйҙә ошондай 33 майҙансыҡ бар, ләкин бөтә төбәктәрҙә лә түгел. Үҙебеҙҙә шундай зона булыуҙан файҙаланып, бынан республика үҫеше, халыҡтың именлеге өсөн күберәк файҙа алырға тырышырға кәрәк». Был осорҙа инвесторҙар 20 миллиард һум аҡса һалып, меңгә яҡын эш урыны булдырыр тип күҙ уңында тотола. Дөйөм алғанда, перспективалы инвестиция портфеле бөгөн, 4 мең самаһы яңы эш урыны булдырып, 100 миллиард һум кимәлендә баһалана», — тип иҫәпләй Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

«Алға»  махсус иҡтисади зонаһы быйыл июндә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһендә ойошторолдо. Әлеге ваҡытта уның үҙ етештереү майҙансыҡтарын төҙөй башлаған ике рәсми резиденты бар. Бер үк ваҡытта предприятиелар төҙөү өсөн кәрәкле инфраструктура ҡорола (һыу, газ, электр уты, юлдар), уға республика бюджеты 2025 йылға тиклем 6,3 миллиард һум бүлә.

https://www.bashinform.ru/news/1500853-v-bashkirii-prinyat-zakon-o-nalogovykh-lgotakh-rezidentam-osoboy-ekonomicheskoy-zony-alga/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть